13 йәшлек ҡыҙҙар Иҫке Кескенәш ауылы янындағы быуала батҡан.Береһенең кәүҙәһен ауыл кешеләре табып, сығарған. Әле ҡотҡарыусылар икенсеһен эҙләй. Ярҙа ҡыҙҙарҙың велосипедтары, кейемдәре ятып ҡалған...
Зинһар, һыуҙа һаҡ булығыҙ! Балаларҙың үҙҙәрен генә йылға-күл, быуаларға ебәрмәгеҙ! Махсус ҡулайлаштырылған урындарҙа ғына һыу инһендәр!
Һыуға батыусыны күрһәгеҙ һәм үҙегеҙ ярҙам итә алмаһағыҙ, 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, һыуҙа балалар айырыуса күп батып үлә. Әле үтә лә хәүефле осор.