Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2021, 06:00

Мылтығын әйләндереп таҡҡаны өсөн ярыштан ситләтмәкселәр

Рәсәй биатлонсыһы Евгения Павлова атыу рубежынан һуң мылтығын дөрөҫ таҡмағаны өсөн Халыҡ-ара биатлон федерацияһы уны бәйгенән ситләтмәксе булып янаған.

Ҡағиҙә буйынса, ул башҡалар кеүек дөрөҫ тағырға тейеш тип баралар. Әлеге ваҡытта Павлова шуның өҫтөндә күнекмәләр уҙғара.
27 йәшлек спортсы, ике тапҡыр Европа беренселеге чемпионы һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында Донъя кубогы этабында эстафетала еңеүсе булып танылғайны.
Фото: ТАСС.
Читайте нас