Стәрлетамаҡта йәшәгән ир популяр сайттарҙың береһендә видеокарта һатылыуы хаҡында иғланға тап булып, һатыусыға 108 мең һум аҡса күсергән.
Аҡса күсеү менән һатыусы юғалған. Ләкин уны полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп таба алған. 32 йәшлек аферист Стәрленән. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Туймазы районында йәшәгән 41 йәшлек ир интернет аша 20 мең һумлыҡ бассейн һатып алырға йыйынған. Тик онлайн заказ яһап, аҡса күсергән ир бассейнды көтөп ала алмаған. Сөнки сайт ябылған, һатыусының телефоны һүнгән булған. Ҡыҫҡаһы, полиция хеҙмәткәрҙәренә эш өҫтәлгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.