Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2021, 06:50

Бөгөн – “эшколик”тар көнө

Йәғни, эшһеҙ бер минут та тора алмаған уңған хеҙмәткәрҙәр байрамы. “Трудоголик”, ти урыҫтар. Аңлашылалыр. Халыҡ-ара дата был.

Иң тәүҙә АҠШ-та билдәләй башлағандар. Унда үҙен эшкә, карьера баҫҡысынан үрләүгә бағышлаған кешеләр күп бит.
Әйткәндәй, “трудологик”тың беҙгә яҡын төрөк телендә ҡыҙыҡ ҡына һүҙе бар – ”эшколик” (işkolik). Инглизсәһе – “workaholic”. Уны әйләнешкә психолог Уэйн Эдвард Оутс 1971 йылда индергән икән.
Тик нимәһе уйландыра: “эшколик”лыҡ һаулыҡҡа зарар килтереүе мөмкин.
Невроз, гастрит, йөрәк, ҡан тамырҙары, ”нервный тик” кеүек сирҙәр янай.
Тикшеренеүселәр статистикаһы буйынса (эйе, шуны ла тикшереүселәр бар), бөтә эшләүселәрҙең 12 проценты самаһы – “трудоголик”.
Әгәр ҙә мәгәр һеҙ эшкә ныҡ бирелгәнһегеҙ, эштән һуң да эшегеҙ тураһында ғына уйлайһығыҙ, ял иткәндә лә эш менән булаһығыҙ икән, тимәк, һеҙҙә тап шул диагноз:) (ти Америка психологтары).
Фото: vk.com
Читайте нас