Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2021, 05:10

Украинаны туҡтаттылар…

Футбол буйынса Европа чемпионатының иң көслө дүрт командаһы билдәле булды.

Кисә Рәсәй футболсылары менән бергә уйнаған төркөмдән Дания уйынсылары Чехия командаһын 2:1 иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡты. Ғөмүмән, Дания футболсылары 1992 йылдан алып, тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште. Ул ваҡытта улар Европа чемпионы булғайны. Ә инде дүртенсе ярымфиналсы булып, Англия командаһы танылды. Улар Украина уйынсыларын 4:0 иҫәбенә ҡыйратып, былай ҙа башынан аша һикергәндәрҙе урынына ултыртты.
Шулай итеп, финалға сығар өсөн Италия командаһы испандар менән осрашһа, Дания футболсылары Англия менән көс һынашасаҡ. Уҙған беренселектә, быларҙың береһе лә көслөләр исемлегенә инмәгәйне. Тимәк, быйыл яңы чемпион билдәле буласаҡ. Испания командаһы һуңғы алты чемпионатта ике тапҡыр еңеүсе булып танылһа, Италия уйынсылары иһә, ике тапҡыр көмөш миҙал призеры булғайны. Англия 1996 йылдан бирле призерҙар исемлегенә ингәне юҡ.
фото: ТАСС.
Читайте нас