Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2021, 06:38

"Әлегә маҡтамай торам. Шулай ҙа башланғыс бик матур..."

Венгрияның Кечкемет килгән коллектив Башҡортостан халыҡына матур бүләк әҙерләгән.

"Kecskemet" халыҡ бейеү ансамбле фольклориада көндәрендә үҙ мәҙәниәтенән тыш, башҡорт халыҡ йыры "Ҡарабай"ҙы башҡарасаҡ. Был турала Венгрия делегацияһы директоры Джосеф Зигетвари һөйләне:
- Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, башҡорт һәм венгер халҡы туғандаш икәнен беләбеҙ. Беҙ - бер ғаилә. Шуға ла беҙ Башҡортостанға бүләк итеп халыҡ йыры алып килдек. Йырҙы ла, телде лә интернеттан өйрәндек. Коллективтың 30 йыллыҡ тарихы бар, бик күп халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Башҡортостанға ла 35 артист килде. Белеүегеҙсә, Бөтә донъя фольклориадаһы 2004 йылда беҙҙең илдә үтте. Ә мин уның төп ойоштороусыларының береһе булараҡ, быйылғы сара менән сағыштырып ҡарағым килә. Хаталарҙы ла, өҫтөнлөктө лә күрер кәрәк.
- Күргәндәрҙән ҡәнәғәтһегеҙме? Ниндәй фекер ҡалды?
- Әлегә маҡтамай торам, фекеремде байрам аҙағында еткерермен. Шулай ҙа башланғыс бик матур. Шәхсән үҙем башҡорт, рус һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы менән танышмын. Фольклориаданы асыу тантанаһында Урал батыр образын күреү менән рухи күтәренкелек һиҙелде. Ә ойоштороуға килгәндә, Рәсәйгә бик ауыр булды. Венгрияла үткән саҡта фольклориадала 77 ил ҡатнашһа, бөгөн икеләтә кәм. Быға пандемия сәбәпсе икәнен һәр кем белә. Сараны үткәреүҙән баш тартмағаны өсөн Рәсәйгә рәхмәт.
- Ә һеҙҙең ил артистары, шәхсән үҙегеҙ пандемия ваҡытында ҙур сарала ҡатнашырға нисек батырсылыҡ иттегеҙ?
- Беҙҙә хәлдәр тотороҡло: Венгрияның 75 проценты вакцина яһатты. Ауырыусылар һаны кәмене. Әлеге ваҡытта хатта битлек режимы ла тотолмай. Иммунитет яҡшы булғас, һаҡланыу саралары ла тотолғас, беҙҙә ҡурҡыу юҡ. Киреһенсә, һәр кем тамырҙаш булған башҡорт халҡы менән аралашыуға шатланып килде. Сикте сығыр өсөн ПЦР-тест тапшырҙыҡ, һәр ерҙә тән температураһы тикшерелә, - ти Джосеф Зигетвари.
"Kecskemet" халыҡ бейеү ансамбле бөгөн - Өфө ҡалаһында, иртәгә Әбйәлил районында, ә 6 июль көнө Бөрйән районында сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, улар Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафикованы дуҫлыҡ флагы менән бүләкләне. Унда һәр артистың фотоһы һәм автографы һәм ике дәүләр символдары һүрәтләнгән.
Читайте нас