Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2021, 17:55

Автоинспекция тарихы - ветеран күҙлегенән

Был китап буйынса ҡыҙыҡ сюжетлы кино төшөрөргә мөмкин.

Илдең мобиль хеҙмәттәренең береһе – Юл хәрәкәте хәүефҙеҙлеге дәүләт инспекцияһы үҙенең 85 йыллығын билдәләй. 1936 йылдың 3 июлендә СССР Эске эштәр министрлығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы ойошторола. Республикала юл хәүефһеҙлеге һағында тороусылар өсөн был байрам айырыуса иҫтәлекле.
Наил Шәрифйән улы Шәйәхмәтов БАССР ЭЭМ-ның ДАИ-һының Юл-патруль хеҙмәте бүлеген 10 йыл етәкләй. 20 йылдан ашыу ғүмерен ошо эшкә бағышлай. Отставкаға сыҡҡас, хәрби тарих менән шөғөлләнә, Рәсәй һәм БР Журналистар союзы ағзаһы ижад эшенә тотона.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары көнө уңайынан юл хәүефлеге хеҙмәтендә эшләгән ветерандар осрашты. Унда Наил Шәрифйән улы үҙенең яңы китабын уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итте. Был йыйынтыҡта Дәүләт автоинспекцияһы тарихы ветерандарҙың хеҙмәте, коллективтың характеры, төрлө яҙмыштар, эш мәлендәге ваҡиғалар аша сағылдырылған.
Китап аша аша хатта ҡыҙыҡ сюжеттарға бай фильм да төшөрөргә була.
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас