Боливияның милли делегацияһы 4 һәм 6 июнь көнө "Ватан" этно-паркында сығыш яһаясаҡ. Улар үҙ йыр-бейеүҙәренән тыш, Рәсәй халҡына рәхмәт йөҙөнән матур бүләк әҙерләгән. Киң популярлыҡ яулаған "Калинка" йырын Көнъяҡ Америка халҡы башҡарыуында ишетергә теләһәгеҙ, мотлаҡ фольклориада байрамына килегеҙ.
Әйткәндәй, уларҙың костюмдары ла бик үҙенсәлекле. Хатта айырым багаж менән килтергәндәр.
Улар шулай уҡ 5 июлдә - Салауат, 7-дә Октябрьский ҡалаларында, 8-дә - Толбазыла, 9-да Благовещинскта сығыш яһаясаҡ.