+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2021, 07:57
«Сабый ете сәғәт буйы һыуытҡыс эсендә ятҡан...»
Яңауыл районының Ҡарман ауылында теркәлгән йән өшөткөс фажиғә буйынса тикшереү бара. «Үлтереүсе һыуытҡыс» исемен алған көнкүреш әйбере ихатағыҙҙа тора икән, алып ҡуйығыҙ, балалар өсөн үтә хәүефле!..
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Яңауыл районының Ҡарман ауылында ҡот осҡос фажиғә булды...
Һигеҙ йәшлек бала һыуытҡыста үлеп ятҡан (rbsmi.ru)
Ихатала туғандары менән йәшенмәк уйнап йөрөгән 8 йәшлек малай һарай янында торған «Мир» иҫке совет һыуытҡысына инеп бикләнә. Тәфтишселәр асыҡлауынса, был ваҡыт киске сәғәт алты тирәһе була.
Был һыуытҡыстар бер яҡлы бикләү ҡорамалы менән йыһазландырылған, тыш яҡтан ғына асыла. Балаҡай унан сыға алмай һәм тонсоғоп үлә. Ата-әсәһе сабыйҙы төнгө сәғәт икенсе егерме минутта саҡ барып табып ала.
«Был беҙҙең өсөн оло ҡайғы... Бик матур ғаилә, ипле, тәртипле сабыйҙар. Әсәһе уларҙы йәндәй күреп үҫтерә ине... Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», - тип белдерә Ҡарман ауылы биләмәһе хакимиәте етәксеһе.
Быға тиклем бер нисә ошондай ҡурҡыныс осраҡ теркәлде. Ҡырғыҙстанда бер юлы ике сабыйҙы һәләк итте «үлтереүсе һыуытҡыс». Был хаҡта хәбәрсебеҙ Баныу Ҡаһарманова ентекләп яҙҙы.
Табутҡа әйләнмәһен һыуытҡыстар! » «Йәшлек» гәзите | Газета «Йәшлек» | Официальный сайт газеты Йэшлек (ye02.ru)
Балаларығыҙҙы киҫәтеп ҡуйығыҙ! Аллам һаҡлаһын...
М. ЙӘНГИЛДИН
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"