Башҡортостанда 19 апрелдән 8 октябргә тиклем республика ауылдарында йәшәгән халыҡҡа медицина алыу мөмкинлеген арттырыуға, айырым социаль әһәмиәтле йоғошло булмаған сирҙәре асыҡлауға йүнәлтелгән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы иғлан ителгәйне.
Уға ярашлы алты автопоезд барлыҡ республиканы урап сығасаҡ. Киләһе маршруттар билдәләнгән: Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет. Бригадалар составына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, кардиолог, күҙ табибы, уролог, невролог, эндокринолог, онколог һәм башҡалар инә.
30 июнгә ҡарата мәғлүмәт буйынса, Өфөнөң сәләмәтлек автопоезы Нуриман районында эш башлаған. Артабан ул 5-8 июлдә Ҡыҙылъяр ауылында буласаҡ. Дыуан маршруты буйынса хәрәкәт иткән автопоезд Балаҡатай районында туҡтаған. Ул 5 июлдә ошо райондың Ҡарлыхан ауылына барып етәсәк.
Нефтекама маршрутындағы автопоезд Яңауылда. 5-6 июлдә ул Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ ауылына туҡталасаҡ.
Октябрьский маршруты буйынса хәрәкәт иткән автопоезд Туймазыла. Артабан ул Туймазы районы буйлап сәфәрен дауам итә, 5-9 июлдә Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында буласаҡ.
Стәрлетамаҡ маршруты автопоезы Мәләүез районына барып еткән. 5-9 июлдә Әбет ауылында эшләйәсәк. Белорет маршрутындағы автопоезд 6 июлгә тиклем Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында буласаҡ, артабан 7-9 июлдә ошо уҡ райондың Ырғыҙлы ауылына барасаҡ.
19 апрелдән 30 июнгә тиклем «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһына 181 белгес йәлеп ителгән, йәмғеһе 35 287 кеше тикшереү үткән. 1637 граждандың ҡанында шәкәр кимәленең юғары булыуы асыҡланған, холестерин кимәленең юғары булыуы – 2311 гражданда, ҡан баҫымының юғары булыуы – 3742, артыҡ тән ауырлығы – 2582, тәмәке сире – 1965.
1187 социаль әһәмиәтле ауырыу асыҡланған, шул иҫәптән 205 – яман шеш, 167 – шәкәр диабеты, 26 – туберкулез, 789 юғары ҡан баҫымы хәүефе осрағы, бер кешегә миокард инфаркты диагнозы ҡуйылған.