Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2021, 06:50

Һигеҙ йәшлек бала һыуытҡыста үлеп ятҡан

Янауыл районының Ҡарман районында ҡот осҡос фажиғә.

Бала-саға йәшенмәк уйнаған була. Һигеҙ йәшлек малай эҫе көндө совет осоро һыуытҡысы эсенә инеп ҡаса. Тик ҡыҙғанысҡа күрә, унан сыға алмай. Яҡынса фаразлауҙарынса, эҫелә ҡыҙып ултырған тимер һыуытҡыс эсендә балаға һауа етмәй, ул иҫен юғалта. Шуға ла ярҙамға ла саҡыра алмай һәләк була.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас