Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2021, 05:55

“Ҡала бысраҡ”

“Ике йыл элек Өлфәт Мансур улы менән ирешкән таҙалыҡ стандарттары бер аҙ боҙолған...” – Радий Хәбиров Өфөнөң бысраҡлығы тураһында нимә ти?

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән осрашыуҙа журналистар республика етәксеһенә байтаҡ һорау бирҙе. Шул иҫәптән баш ҡаланың таҙалығы тураһында ла.
– Ҡала бысраҡ. Мин быға һәр саҡ иғтибар итәм. Ике йыл элек Өлфәт Мостафин менән өлгәшкән таҙалыҡ стандарттары боҙолоңҡораны. Ҡайҙалыр үлән сабылмаған, ҡайҙалыр бысраҡты алмағандар. Иртән ҡала буйлап килгәндә сабылмаған үләнде күрһәм, мин шундуҡ “енләнә” башлайым. Шуға ошоноң буйынса миңә лә, һеҙгә лә ҡала хакимиәтен тәнҡитләргә кәрәк. Әммә Сергей Греков етәкселегендәге яңы команда барыһын да хәл итер, тип өмөтләнәм.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Читайте нас