Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 10:57

Вирус йоҡтороусылар һаны йәнә арта

Башҡортостанда пандемия башланғандан алып 41510 коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлгән.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә тағы ла 158 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир тағы ла дүрт кешенең ғүмерен өҙгән.
Әлеге ваҡытта 379 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала, 31 кеше – ауыр хәлдә, өс кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. 1580 кеше амбулатор рәүештә дауаланыу курсы үтә.
Бөтәһе пандемия башланғандан алып 38 952 кеше һауыҡҡан, шуның 117-һе – һуңғы тәүлектә.
Шулай уҡ бер тәүлек эсендә 119 кешенең пневмония менән ауырыуы теркәлгән, 115 кеше был ауырыуҙы еңгән.
Читайте нас