Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 16:20

Үәт, ҡыҙҙар!

Был ваҡиға Бәләбәйҙә булды...

Бәләбәй ҡалаһында «Автоледи» конкурсы үтте. Унда ҡатнашыусы гүзәл заттар юл ҡағиҙәләрен белеүен генә түгел, ә юлдағы сетерекле хәлдәрҙән еңел сыға алыуын да бик яҡшы итеп күрһәтте.
Конкурсҡа оҙаҡ йылдар республиканың ЮХХДИ-һын етәкләүсе Динар Ғилметдинов та килгәйне. Әлеге сара тап уның башланғысы менән ойошторола.
"Автоледи"ға килмәйенсә булдыра алманым, ти ул.
Финалға алты ҡатын-ҡыҙ сыҡты. Улар ПДД белеүгә, йөрөтөүгә һынау тотто. Ижади өйгә эш тә бирелгән булған - уны лайыҡлы итеп атҡарып сыҡтылар.
Һәм, әлбиттә, юлдарҙа йыш кәрәккән тәүге ярҙам буйынса ла белемдәре тикшерелде..
Һөҙөмтәлә Елена Воронина, Татьяна Осипова, Айгөл Әсәҙуллина - еңеүселәр пьедесталында.
Әйткәндәй, машина йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙар юл ҡағиҙәләрен, ирҙәргә ҡарағанда, әҙерәк боҙа. Был - статистика. Әммә барыбер ҙә инспекторҙар күҙенә эләгәләр.
Фото:. Т. Аманов.
Читайте нас