Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 08:20

Төҙөүселәрҙе нимә борсой?

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Төҙөүселәр ассоциацияһы ағзалары менән осрашты.

"Новалэнд" торлаҡ комплексында төҙөлөш барышын тикшерҙек. Объект беҙ индергән ҡала төҙөлөшө талаптарына тап килә. Улар күп фатирлы йорттар менән параллель рәүештә шунда уҡ балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөй. Был – төҙөүселәрҙең нисек эшләргә тейешлегенә асыҡ миҫал», – тип яҙған ул социаль селтәрҙә. А.Назаровтың белдереүенсә, копанияның һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташыуға, үҙәкләштередгән системалар менән килешеүҙәр төҙөүгә ҡыйынлыҡтар килеп тыуған. Шуғала уларға йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын тотҡарларға тура килә.
"Был проблемалар селтәрҙәрҙе дәүләт милкенә тапшырыуға ла бәйле. Ошо хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн яңы объекттарҙың һыу, йылылыҡ селтәрҙәренә тоташыуҙың яңы механизмын эшләйбеҙ», – тигән БР Хөкүмәте Премьер-министры .
Фото: БР Хөкүмәте.
Читайте нас