Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 06:25

Тәүге ҡунаҡтар килде

Бөгөн, Өфөгә иртәнге рейс менән Бөтә донъя фольклориадаһының ҡатнашыусылары килде.

Уларҙы Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропортында Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселегендәге делегация ҡаршы алды.
Тәүге ҡунаҡтар араһында Панама ("Хосе Корейа" фольклор үҫеше академияһы), Һиндостан (халыҡ бейеү коллективы), Боливия ("Bolivia" милли делегацияһы), АҠШ ("Ахуна О'хана" фольклор коллективы), Мексика ("Байарта Азтека" милли бейеү коллективы), Перу ("Бисентенарио" фольклор ансамбле) һәм Парагвай ("Айбероамерикано" фольклор коллективы) вәкилдәре бар. Уларҙың барыһының да аэропортта ПЦР-тест һөҙөмтәләре һәм тән температураһы тикшерелде.
Ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының ғорурлығы булған ҡурай моңо һәм тәмле сәк-сәк ҡаршы алды. Артабан уларҙы ирекмәндәр автобустар менән ҡунаҡханаларға алып китте. Төшкө аштан һуң улар өсөн Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторола.
Бөгөн шулай уҡ Румыния, Палестина, Эстония һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәренең дә килеүе көтөлә. Киске рейс менән CIOFF® президенты Филлип Боссан, уның урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи, ЮНЭСКО вәкиле Артур Антил киләсәк.
Читайте нас