Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 06:38

Санитар авиация ауырыуҙарға ярҙамға ашыға

Был юлы медиктар Мәсәғүт үҙәк дауаханаһынан Республика балалар клиник дауаханаһына махсус медицина ярҙамына мохтаж булған баланы килтерҙеләр.

БР Һаулыҡ һпаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина вертолетының бортында махсус медицина ярҙамына мохтаж булған пациенттар өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Осҡан ваҡытта кескәй пациенттың хәлен медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы күҙәтеп бара. Ошо көндә үк Республика балалар клиник дауаханаһында балаға ашығыс операция эшләнә. Әлеге ваҡытта кескәй пациент балалар дауаханаһында нейрохирургия бүлегендә реанимацияла ята.
Билдәле булыуынса, «Ансат» вертолеты 2020 йылдың авгусынан алып ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы ҡотҡарыу өсөн файҙаланыла. Еңел моторлы осоу аппараты заманса медицина модуле менән йыһазландырылған һәм осҡан ваҡытта кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар. Вертолет сәғәтенә 275 км менән оса. Шунлыҡтан бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә пациентты махсуслашҡан медицина ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмаһына алып барып еткерә ала.
Башҡортостанда санитар авиацияны үҫетереү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото:Башинформ.
Читайте нас