БР юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Альбина һәм Артур Хәбибрахмановтарҙың ғаиләһендә ҡыҙ һәм малай донъяға килгән, бәпестәргә Асҡар һәм Йәсминә тигән матур исем бирелгән. Алһыу һәм Рафаэль Яфаевтарҙың ике ҡыҙы бар – Сәминә һәм Йәсминә.
«Шулай итеп, Йәсминә беренсе ярты йыллыҡта иң танылған ҡыҙҙар исеме булып табылды», — тип хәбәр итә ведомство хеҙмәткәрҙәре.
ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре сабыйҙарҙың тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарҙы һәм тәмле бүләктәрҙе тапшырып, ғаиләләргә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм мөхәббәт теләне.