+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 05:25
Өфөлә бишенсе ҡат тәҙрәһенән бала ҡолап төшкән
Был үтә күңелһеҙ хәл Борисоглебск урамының 20-се йортонда булған. Ике йәше лә тулмаған малай тәҙрәһе асыҡ бүлмәлә бер үҙе ҡалған. Ул шунда уҡ тәҙрә төбөнә менән һәм себен-серәкәйҙән һаҡлаған селтәргә таянған. Уныһы күҙ асып йомғанса тышҡа ҡарай шылған һәм бала ҙур бейеклектән ергә ҡолаған...
Ерҙә ятҡан баланы күршелә йәшәүселәр абайлаған. Улар 112 телефоны буйынса ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан һәм малайҙың әсәһенә әйткән. Уныһы, үҙ сиратта, күрше бүлмәлә икенсе баланы имеҙеп ултырған булған.
Бәхеткә күрә, малай остоғо тере ҡалған, тик йәрәхәттәр алған. Әле ул дауаханала.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"