Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2021, 14:38

Әбйәлил районы Үтәгән ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте

Байрамға, ауылда тыуып-үҫкән ауылдаштар саҡырылды.

Килгән ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, дәртле таҡмаҡтар менән ҡаршы алдылар. Байрамда, сәхнәбеҙҙе Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина һәм ауылыбыҙҙың биҙәге "Суҡмуйыл" фольклор ансамбле биҙәне. Көрәш буйынса ярышта төп бүләк, бензопила Көрәк егете Хәлитов Ғәлим Хәлит улы яулап алды.
- Байрамға һәр бер хужалыҡ хәленсә өй-ҡураһын матурларға тырышты. Ауыл буйлап йөрөһәң ниндәй генә төҫтәр юҡ, ҡапҡалар, баҡсалар төрлө сағыу төҫтәрҙән күҙҙең яуын ала. Әҙерлек барышында ауылдың актив ир-аттары мәҙәниәт йортоноң баҡсаһын яңыртып эшләп бирҙе, иртәгеһенә ҡатын-ҡыҙҙар уны буяны, - тип шатлыҡтары менән бүлешә үтәгәндәр.
Читайте нас в