

Был хаҡта Әбйәлил районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте директоры Вадим Баталов һөйләй. Бер төркөм балалар Ҡыҙыл йылғаһында һыу ингән саҡта була был ҡот осҡос хәл. Данир һыуға батып барған баланың арҡаһын ғына күреп ҡала. Ул йәһәт кенә йылғаға сумып, дуҫтарының ярҙамы менән сабыйҙы ярға сығара һәм беренсе ярҙам күрһәтә.
Үҫмер һөйләүенсә, баланы сығарғас, уның йөрәгенең тибеше лә беленмәй. Тәүге ярҙам күрһәткәндән һуң яйлап пульсы һиҙелә башлай. Был ваҡытҡа яҡындағы өлкәндәр ярҙамға килеп етә.
Әлеге ваҡытта бәләгә тарыған сабый табип күҙәтеүе аҫтында. Ә Данирҙың бында өләсәһенә ҡунаҡҡа килеүе һәм күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүе асыҡланған. Уның әсәһе яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алған.
Афарин, Данир!