Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2021, 09:00

Теүәл 50 йыл элек...

1971 йылдың 30 июнендә "Союз - 11" йыһан карабының экипажы: Владислав Волков, Георгий Добровольский и Виктор Пацаев Ергә ҡайтҡанда һәләк була. Был ваҡиға Советтар Союзы һәм Рәсәй космонавтикаһында икенсе һәм һуңғы һәләкәт тип һанала. Йыһангирҙәрҙе Кремль диуарындағы некрополдә ерләйҙәр.


"Союз - 11" карабы донъялағы беренсе пилотлы "Салют -1" орбиталь станцияһына тоташа, экипажы күп кенә фәнни тәжрибәләр яһай. Фажиғә Ергә ҡайтҡанда була - аҙаҡтан дәүләт комисссияһының тикшереүендә һәләкәткә техник етешһеҙлек килтергәне асыҡлана. Төшөү аппаратының бер елләтеү клапаны ваҡытынан алдан һауаһыҙ бушлыҡта асыла. Экипаж ағзалары уны эҙләп таба, ләкин вентилде ябырға өлгөрмәй. Йыһангирҙарҙың ҡанында азот газы ҡайнай - тиҙ арала үтә хәүефле кессон ауырыуы барлыҡҡа килә һәм йөрәктәре туҡтай.
"Союз - 11" экипажы һәләкәтенән һуң йыһанға осоусылар һәм ҡайтыусылар мотлаҡ рәүештә скафандр кейә.
Һәләк булған йыһангирҙарҙың исемдәре СССР Фәндәр академияһының фәнни-тикшеренеү караптарына ҡушыла. Улар йыһан осоштарын тикшереү һәм орбиталағы караптар менән бәйләнеш тотоу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ Добровольский, Волков һәм Пацаев исемдәрен Айҙағы кратерҙар, Ҡояш системаһындағы кесе планеталар йөрөтә, йыһангирҙарҙың тыуып үҫкән һәм эшләгән ерҙәрендә бюстары һәм таҡтаташтар ҡуйылған.

Читайте нас