Психологтар раҫлауынса, һүрәт төшөрөп үҫкән бала дөрөҫ уйларға өйрәнә. Бынан тыш уның иғтибары, хәтере эшкә егелә, сағыштырыу, иҫәпләү, күҙ алдына килтереү һәм уйлап сығарыу һәләте әүҙем формалаша.
Һүрәт яһау процесында аҡыл һәм физик әүҙемлек арта. Иң беренсе баланы ҡағыҙҙа ҡәләм, бумала йөрөшө ҡыҙыҡһындырһа, шунан ул килеп сығасаҡ һөҙөмтә тураһында уйлана башлай. Күҙаллау һәләте 5 йәштән 15 йәшкәсә айырыуса ныҡ үҫә.
Бер ҡасан да балағыҙҙан конкрет әйберҙе төшөрөүҙе талап итмәгеҙ, ул үҙе теләгәнде яһаһын. Янығыҙға һүрәт күтәреп килгән сабыйҙы дөрөҫ сыҡмаған тип тәнҡитләмәгеҙ ҙә. Уның хаталарын да төҙәтергә ашыҡмағыҙ. Был уның күңелен генә төшөрә. Ғәҙәти булмаған образдары өсөн маҡтағыҙ. Бергәләшеп теге йәки был рәссамдарҙың картиналарын ҡарағыҙ.