Беҙ балалар мәктәп парталары артына ултырасаҡ тип ышанабыҙ. Шуны әйтеп үтәм, әле йәй миҙгелендә колледж-техникумдарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Йәштәр араһында ауырыу таратмаҫ өсөн документтарҙы онлайнда, электрон сервистар аша ебәрергә тәҡдим ителде. Бының барыһы ла көйләнгән һәм республикала тормошҡа ашырыла.