Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2021, 05:09

Погонлы геройҙар — Илгиз Мәхмүтов һәм Ирек Сөләймәнов

Улар Ҡариҙел районында машинаһы ватылған ике ҡатынды бәләнән ҡотҡарған.

Ҡариҙел районында юлда ике ҡатын бәләгә тарый, машиналары ватыла. Уларҙың Ҡариҙел күленә ял итергә юлланыуы билдәле, етмәһә, ханымдарҙың береһе үҙе менән сабыйын да алған була. Кискә ҡарай юлда бер авто юҡ, тирә-яҡта урман. Ярҙам көтөлмәгән урындан килә.
Бына ул погонлы геройҙар – ЮХХДИ инспекторҙары Илгиз Мәхмүтов һәм Ирек Сөләймәнов. Изге күңелле егеттәрҙең әйтеүенсә, юлда бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү – уларҙың һөнәри бурысы.
– Йома көндө булғайны был хәл. Етәкселек ҡушыуы буйынса киске рейдҡа сыҡтыҡ. Магинск ауылы янында юлда «Пежо» автомобиле тора, ике ҡатын ниҙер йүнәтеп маташа. Туҡтаныҡ, ярҙам тәҡдим иттек.
Ҡатындар быға тиклем үткенсе машина водителенән запас часть алып килеүен һорап өлгөргән була. Запас часть килеп еткәс, инспекторҙар уны ҡуйып бирә, автоны ныҡлап тикшереп, башҡа боҙолмаҫына ышанғас ҡына, артабан патрулгә юллана.
– Бер ниндәй ҙә геройлыҡ түгел был. Көн кискә ауыша, машиналар бөтөнләй юҡ, бында нисек ярҙамға килмәйһең инде? Ғөмүмән, юлда берәйһенең боҙолоп ултырыуын күрһәк, бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ, был – беҙҙең һөнәри бурыс, – ти Ирек Сөләймәнов.
Читайте нас