"Хеҙмәт ветераны" статусын йөрөтөүселәр льготалы категория граждандары исемлегенә инә. Ул "Ветерандар тураһында" федераль законда нығытылған. Ә бына социаль ярҙамды һәр субъект үҙенсә билдәләй.
Беҙҙә лә был турала закон бар (1994 йылда уҡ ҡабул ителгән). Уға ярашлы, хеҙмәт ветерандарына ай һайын түләү, коммуналь хеҙмәттәргә ЕДВ, ЕДК кеүек компенсациялар бар.
Министр әйтеүенсә, әгәр кеше беҙҙең республиканан башҡа төбәккә күсеп китһә, йәки башҡа статус алһа, мәҫәлән, инвалид булһа (был осраҡта аҡса күберәк), социаль түләүҙәр бөтөрөлә.
"Шулай уҡ беҙҙә хеҙмәт стажына ҡарап та, айырым льготалар булдырылған. 1 июнгә ҡарата республика законы буйынса ярҙам алыусылар һаны 53 491 кеше. Дөйөм алғанда, йылына бөтә ветеранға урындағы ҡаҙнанан 2,6 миллиард һум аҡса тотонола", - тине Ленара Иванова.