Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2021, 13:37

Башҡортостан аграрийҙары дәүләт ярҙамы аласаҡ

Әлеге ваҡытта ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы культуралары 150 мең гектар майҙанда һәләк булған.

2021 йылда республикала 2,5 миллион гектар ужым һәм яҙғы культуралар сәселгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйҙең тәүге көндәрендә үк ҡоролоҡ 300 мең гектар игенгә зыян килтергән. Культураларҙың 150 мең гектары тулыһынса һәләк булған. Дөйөм алғанда, 33 район муниципалитет зыян күргән, улар араһында иң күбе Урал аръяғы райондары.
«Быйыл уңыш ике миллион тоннаға әҙерәк булыр. Ошондай юғалтыуҙар булмаһын өсөн ил Президенты беҙгә мелиорация системаһын үҫтерергә кәңәш итә. Республикала 40 мең гектарға һуғарыу системаһы бар, әммә ул 90 процентҡа иҫкергән. Был 1970-80 йылдарҙа төҙөлгән ҡорамалдар. 2022 йылдың 1 ғинуарынан яңы дәүләт программаһы старт ала, мелиорация системаһын төҙөүгә субсидиялар бирелә башлай. Был федераль программа, беҙ унда әүҙем ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ һәм 2030 йылға һуғарыла торған ерҙәрҙе 100 мең гектарға еткерәсәкбеҙ», — тип белдерә Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына аграрийҙарға төрлө яҡлап ярҙам итергә ҡушты.
«Беҙ перспектива күргән икенсе йүнәлеш — ул инвестициялар. Баймаҡ районында инвестор мелиорация системаһының проектын төҙөй башлаған. Ул ҡоролоҡ мәсьәләһен өлөшләтә булһа ла хәл итер тип ышанам. Иң мөһиме, был система ауылдарҙа һыуҙың кәмеүенә килтереп ҡуймаһын».
Баймаҡта мелиорация системаһын төҙөү менән «Агродинамика» компанияһы шөғөлләнә. Киләһе йылда ул 2,5 мең гектар майҙанға ҡуйыласаҡ, һуңыраҡ Әбйәлил, Учалы һәм Хәйбулла районында 10 мең гектарҙы биләп алыу планлаштырыла. Уның проекты «Инвестсәғәт»тә ҡаралды. Республикаға 4 миллиардан ашыу инвестиция йәлеп ителә, 200 эш урыны булдырыласаҡ.
Читайте нас