Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июнь 2021, 09:33

Бөтә донъя фольклориадаһы программаһы

3 июль, 17.00 с. «Өфө-Арена» боҙ һарайында «Ер. Йән. Фольклор» тамашаһы. Унда 800 артист ҡатнаша. Шулар иҫәбендә – «Рус йыры» ансамбле һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина, Кубань казактары хоры, «Гжель» академия бейеү театры, Асҡар Абдразаҡов, Марина Девятова, Тина Кузнецова, Башҡортостандың һөнәри һәм үҙешмәкәр коллективтары.

4 июль, 09.00 с.

БР Милли музейында донъя халыҡтары битлектәре халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм музыка ҡоралдарының фотокүргәҙмәһе.

10.00 с.

«Торатау» конгресс-холы бинаһында матди булмаған мәҙәни байлыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция.

Ошонда уҡ ҡул оҫталарының күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин буласаҡ (13.00 сәғәттә асыла).

17.00 с.

Фольклориада ҡунаҡтарының костюмдар парады, хоровод.

Артистар Башдрамтеатрҙан «Торатау» конгресс-холына тиклем барасаҡ. Был күренеш, иң күп милләт һәм ил ҡатнашҡан сара булараҡ, Гиннестар рекордтар китабына индерелер, тип көтөлә.

Көн һайын

Амфитеатрҙа көн дә биш илдең артистары ҡатнашлығында концерттар уҙасаҡ. Һәр тамашаны хэдлайнерҙар – эстрада «йондоҙ»ҙары сығышы менән тамамлау ҡаралған.

5 – 8 июль

Ҡунаҡтар, фестиваль зоналарына бүленеп, райондарға сыға. Улар ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә сығыш яһай. Өфөлә 18 коллектив ҡала.

10 июль

«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында – ҙур салют.

«Ғүмер ағасы. Вариҫтарға васыят» театрлаштырылған шоу.

Унда киләһе быуынға васыят яҙып, ике капсула эшләү планлаштырыла. Был символдың береһе БР Милли музейында ҡалһа, икенсеһе “CIOFF” (Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы) ойошмаһына тапшырыласаҡ.


З. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас