Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2021, 05:40

Туғыҙ йыл элек үлтергән, хөкөм ҡарары яңы сығарылды...

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер, тигән халыҡ. Ә был фажиғәгә туғыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән.

Туймазы ҡалаһынан бер ир 20 йәшлек егетте үлтереүҙә ғәйепле тип табылған.
2011 йылдың декабрендә бер ҡатын, улым юғалды, тип полицияға ғариза яҙған. Мартта тапҡандар. Мәйетен...
Ул саҡта енәйәтсене тапмағандар. Егеттең мәйетенән шул асыҡланған: уны язалап үлтергәндәр. Үлтереүсене эҙләү туҡталмаған. Бары тик былтыр ғына шикле кешенең эҙенә төшкәндәр. Шаһиттарҙан ҡабаттан һорау алынған, материалдар ентекле тикшерелгән, шикле әҙәмдең алибиһы ла тағы нығыраҡ өйрәнелгән, эксперттар ҡорбандың кейемендәге таптарҙы ҡабаттан анализлаған. Һөҙөмтәлә фажиғә картинаһы тергеҙелгән.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, енәйәтсе 2011 йылдың 25 декабрендә, иҫерек килеш, ҡатыны менән талашҡан һәм урамға сыҡҡан. Унда әлеге егетте (ҡорбанын) осратҡан да, һүҙгә килешеп, ир егеткә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнскән. Мәйетте мәсхәрәләгән һәм фажиғә урынынан ҡасҡан.
Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен танымаған. Суд уны 14 йылға ҡаты тәртиптәге колонияға ебәреү ҡарары сығарған. Әле приговор законлы көсөнә инмәгән.
Фото: СКР РБ.
Читайте нас