Ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Регина Бакиева әйтеүенсә, бөгөн мэрияның прививка эшләү бүлмәһендә тағы үҙәкләштерелгән вакциналау көнө үткәрелә, 80 меңдән ашыу кеше яҙылған.
29 июнгә ҡарата Өфө ҡалаһында 123,5 кеше вакцинаның ике компонентын да эшләткән. Ҡала буйынса дөйөм алғанда 588 мең кеше ковидҡа ҡаршы прививка эшләтергә тейеш.
«186 меңгә яҡын кеше вакциналауҙың тәүге этабын үткән. Бер аҙнала вакцина эшләтеүселәр һаны 7 меңгә артҡан.
Ҡаланың ҙур предприятиеларында иммунлаштырыу дауам итә, 30 меңдән ашыу эшсе вакцина эшләткән. Ҡаланың мәҙәни учреждениеларында хеҙмәткәрҙәрҙең – 42 проценты, мәғариф ойошмаларында 44,5 проценты прививкаланған.