Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2021, 05:00

Бер ҡыуаныс бар: сүп сығарыуға хаҡ артмай

Асыҡлабыраҡ әйткәндә шулай: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу хаҡы 2021 йыл аҙағынаса әлеге күләмдә ҡала.

Беләһегеҙ, беҙҙә түләүҙәр даими артып тора. Йыл башында арттырмаһалар, уны мотлаҡ 1 июлдән эшләйҙәр. Бер нисә көндән байтаҡ түләү күләме артасаҡ. Был турала алдан яҙҙыҡ. Ә ТКО тарифтары әлегә шул килеш һаҡлана.
Ғөмүмән, ул хаҡтар түбән дә түгел. Өфөлә бер кешенән 75 һум алалар. Сүп-сарҙы йыйыу буйынса әллә ни алға китеш юҡ шикелле. Шундай уҡ сумманы “Дүртөйлөмелиоводстрой” йәмғиәте түләтә.
“Эко-Сити” операторы тарифтарын күптән күтәрҙе – 94,63 һәм 96,1 һум. “Экология Т” буйынса - 95,36 һәм 96,85 һум.
2022 йыл башында был хаҡтар “һикерәсәк”, моғайын.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас