Уның тейешле киңлеген һәм оҙонлоғон һайлағанда, арҡағыҙға ятығыҙ ҙа, ике ҡулығыҙҙы йоҙроҡлап билегеҙгә ҡуйығыҙ. Терһәгегеҙҙән матрас ситенә тиклемге ара 15 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Оҙонлоҡ буйынса ла уның артыҡ өлөшө баш яғынан да, аяҡ яғынан да 20 сантиметрҙан кәм булмаһын. Табиптар ауырлығы 90 килонан артҡан кешеләргә махсус һығылмалы бүлемдәр менән көсәйтелгәнен һайларға кәңәш итә. Әгәр ике йәки унан да күберәк урынлыһын һайлайһығыҙ икән, кәүҙә ауырлығы төрлө булһа, бер-береһенә тоташмаған, һығылмалы бүлемле өлөштәрҙән торған матрастарҙы алығыҙ.
Матрастың бар өлөшө лә тәбиғи сеймалдан эшләнгәнме икәнен һатыусынан ныҡлап белешегеҙ. Көн һайын һигеҙ сәғәт төрлө химикат һулап ятырға бер кемдең дә теләге юҡтыр. Умыртҡа һөйәгенең өҫкө өлөшөндә ауыртыу борсоһа, матрастың ҡатыһын алығыҙ. Әгәр инде билегеҙ ауырта икән, киреһенсә, ҡатыға ятырға ярамай.
Яңы матрас оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн тәүге ярты йылда уны кәмендә аҙнаға ике тапҡыр әйләндереп торорға кәрәк. Унан һуң инде 2 – 3 айға бер әйләндерергә, таҙартып, ҡағып торһаң да ярай.