Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2021, 05:43

Һәләтле студенттарға 50-100 мең һум стипендия түләнәсәк

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған «Фән сәғәте»ндә әйтелде.

Фән темаһына арналған тәүге кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин үткәрҙе. Университет ректорҙары ҡабул итеү капманияһына әҙерлек, һәләтле студенттарҙы дәртләндереү саралары хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, иң юғары стипендия Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарына түләнә икән, уның күләме 100 мең һумға тиклем барып етә. Ә БДУ-ла бындай стипендия – 50 мең һум тирәһе. Өфө дәүләт авиация техник университеты был йәһәттән йәш ғаиләләр өсөн булдырылған ипотеканы субсидиялау программаһы менән маҡтана ала.
– Алдынғы йәштәр өсөн һәр ваҡыт көрәшергә кәрәк. Башҡортостан вуздарында иң һәләтлеләре уҡырға тейеш – БДИ-ны йөҙ балға тапшырыусылар, Бөтә Рәсәй олимпиадалары призерҙары, — тип белдерҙе Александр Сидякин.
Шулай уҡ кәңәшмәлә быйыл республика вуздарында 13 162 мең бюджет урын булдырылыуы хаҡында билдәле булды. Ҡайһы бер вузда ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә үк башланған. БДИ-ның һуңғы һөҙөмтәләре 5 июлдә иғлан ителәсәк.
Читайте нас