Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит тарафтарҙа эшләп йөрөгән яҡташтарыбыҙҙың юғалыуы йә төрлө аяныслы хәлгә тарып, һәләк булыуы тураһында хәбәрҙәр әленән-әле килеп тора. Әлеге хәл дә бик сәйер шарттарҙа була.
20 июндә Нефтекаманан 40 йәшлек Салауат Тимерғәлиев Сорғоттан Яңауылға тиклем поезға ултырырға тейеш була. Ир тимер юлы вокзалында кибеткә тип сыға һәм состав ҡуҙғалып киткәнсе кире әйләнеп ҡайтмай. Хеҙмәттәштәре уны эҙләп ҡарай, ләкин таба алмай. Уның менән республикаға тағы ла дүрт вахтасы ҡайтып килеүе билдәле. Иң аптыратҡаны, вахтасылар республикаға ҡайтып еткәс тә ирҙең туғандарына хәбәр итмәй. Салауатты ата-әсәһе дүрт көн үткәс кенә эҙләй башлай.
Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ Түбәнге Варта ҡалаһындағы предприятиеларҙың береһендә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән булған. Салауатты яҡындары өҙөлөп көтә. Сорғот ҡалаһында йәшәүсе апаһы Илмира был хәл хаҡында полицияға хәбәр иткән. Хоҡуҡ һаҡсылары Салауаттың хеҙмәттәштәренән һорау алған. Шулай уҡ эҙләү эштәренә ирекмәндәр ҙә ҡушылған.
Салауаттың билдәләре: буйы – 185-190 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле. Юғалған көндә түбәндәге фотолағы кеүек кейенгән булған: күк куртка, спорт салбары һәм ҡара бейсболка.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт беләһегеҙ икән, полицияға йә ошо телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала: 89129050493 (Ильмира, Сорғот) или 89872450998 (Дилара, Нефтекама).