Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2021, 11:57

Иң шәп яҡташтарыбыҙ кемдәр?

Башҡортостанда «Яҡташтар– 2021» проекты сиктәрендә тауыш биреү тамамланды.

«Яҡташтар – 2021» проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы буйынса быйыл март айында старт алғайны. Беренсе этабында үҙҙәренең эше менән хөрмәт яулаған лайыҡлы яҡташтарыбыҙ – замандаштарыбыҙҙы асыҡлау маҡсатында республика халҡы араһында анкеталау ойошторолдо. Онлайн-форматта һорау алыуҙа 5 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, тағы ла 10 меңләп кеше анкета һорауҙарына офлайн яуап бирҙе.
Анкета һөҙөмтәләре буйынса рейтинг буйынса тауыш биреү булды. Кандидаттар исемлегендә төрлө номинация буйынса 2538 кеше. Тауыш биреүҙә бөтәһе 60 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Әлеге ваҡытта алынған мәғлүмәттәр эшкәртелә һәм тауыштар һанала. Еңеүселәр июль уртаһында билдәле буласаҡ.
Читайте нас