Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2021, 10:35

"Был һәләтле балалар беҙҙең вуздарға уҡырға инергә тейеш"

БДИ-ла 100 балл йыйғандар, 100 мең һум аҡса алыуы мөмкин.

Берҙәм дәүләт имтихандарының һуңғы һөҙөмтәләре 8 июлдә билдәле буласаҡ. Быйыл был һынауҙарҙы мәктәпте тамамлаусылар уңышлы тапшырған. Республикала ике һәм унан да күберәк предметтан дүрт кеше 100-әр балл йыйған. Бер предметтан йөҙ балға тапшырыусылар – 89 кеше.
Был хаҡта БР мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин БР Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә хәбәр итте.
БР Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа ошо һәләтле уҡыусылар республиканың уҡыу йорттарына уҡырға инһә, дәтләндереү сараларын күрергә тәҡдим итте.
«Был балалар – иң булдыҡлы, һәләтле уҡыусылар. Улар беҙҙә ҡалырға тейеш. Шуға министрлыҡҡа йыллыҡ 100 мең һумлыҡ гранттар менән бүләкләп, уларҙы дәртләндереү сараларын уйларға кәрәк», – тине төбәк етәксеһе.
Читайте нас