Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2021, 07:00

Бөгөн – донъяға танылған билдәле шәхес, яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның тыуған көнө

Рәсәйҙең билдәле спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командалары составында – донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр Донъя кубогын яулаусы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы, Рәсәй телеканалдарында төрлө йүнәлештәге тапшырыу алып барыусы Ләйсән Альберт ҡыҙына нисә йәш, беләһегеҙме?

Ләйсән Альберт ҡыҙы Үтәшева 1985 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында (2003 йылдан ауыл) тыуған.
1989 йылда атаһы Альберт Дамир улы һәм әсәһе Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙы менән Волгоград ҡалаһына күсенә. Үтәшевтар дүрт йәшлек ҡыҙҙарын балет мәктәбенә бирергә ниәтләнә, әммә осраҡлы осрашыу Ләйсәндең артабанғы тормошон бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа үҙгәртә...
2012 йылдың 14 мартында Ләйсән ауыр юғалтыу кисерә: иң яҡын кешеһе, 47 йәшендә генә йөрәк өйәнәгенән вафат булған әсәһе Зөлфиә Солтангәрәй ҡыҙын, һуңғы юлға оҙата.
2012 йылдың сентябрендә Ләйсән актёр һәм шоумен Павел Воля менән ғаилә ҡора. 2013 йылдың 14 майында улдары Роберт, 2015 йылдың 6 майында ҡыҙҙары София тыуа.
Ләйсән ғаиләһе менән тыуған төбәгенә йыш ҡайтып йөрөй.
2016 йылда «Glamour» журналы үткәргән конкурс һөҙөмтәһендә Ләйсән Үтәшева һәм Павел Воля «Йыл пары» тип танылды.
Яҡташыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да һәр ваҡыт шулай сибәр, ихлас булып ҡалһын! Башҡорт ҡыҙы үҙенең тамырҙарын онотмай, киләсәктә лә уны тыуған яғында күрергә яҙһын!
Читайте нас