Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2021, 14:40

Йоҡо бүлмәһе хикмәттәре

Кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн тиерлек йоҡола үткәрә. Шуға ла йоҡо бүлмәһендә тәртип һаҡлау мөһим.

  • Йорттоң стеналарын бүлгәндә йоҡо бүлмәһен төньяҡҡа ҡаратып эшләгеҙ.
  • Карауат ҡаршыһына көҙгө ҡуймағыҙ. Көҙгөләге сағылыш артыҡ кеше булыуын да күҙаллаған кеүек.
  • Карауаттан ишек төбө яҡшы күренеп торорға тейеш. Тик аяғығыҙ менән ишек яғына ятмағыҙ.
  • Борон- борондан халҡыбыҙҙа өрлөк тапҡырында йоҡларға рөхсәт ителмәгән: йоҡо тынғыһыҙ була, һаташтыра.
  • Йоҡо бүлмәһенә ажарланған йәнлек, киҫкен хәрәкәтте сағылдырған, көслө аҡҡан һыу һүрәттәре элергә кәңәш ителмәй.
  • Был бүлмәлә күпләп гөлдәр ҙә үҫтермәгеҙ.
  • Үҙегеҙ йоҡлаған карауатта башҡаларҙы йоҡлатмағыҙ.
  • Фото: Т. АМАНОВ.
    Читайте нас