Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2021, 09:10

Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермәһе ҡайҙа урынлашасаҡ?

Бөрйәндә уникаль объект төҙөлөшө тамамланып килә.

26 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды, ул «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө менән танышты һәм мәмерйәне ҡараны.
Эске төҙөлөш эштәре 1 августа тамамлана һәм музей әҙерләнә башлаясаҡ. 1 сентябрҙә объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ, Республика көнөндә уникаль тарихи объектты асыу тантанаһы үтер тип күҙаллана.
‒ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың идеяһы менән төҙөлгән комплексты файҙаланыуға тапшырыу 2020 йылдың ноябренә планлаштырылғайны. Әммә коронавирус сикләүҙәре арҡаһында был дата кисектерелде, – тип белдерҙе Андрей Назаров. – Төҙөлөш тамамланыуға табан бара, ҡайһы бер урында төҙәтмә индерергә кәрәк, шулар хаҡында һөйләшеп килештек. Шулай итеп, Бөрйән районында уникаль объект барлыҡҡа киләсәк.
Андрей Назаров әйтеүенсә, Бөрйән районы туристар өсөн мәҙәниәтле, уңайлы ял итеү урынына эйә буласаҡ. Ул Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм башҡа тәбиғи ҡомартҡыларҙы киң танытырға мөмкинлек бирәсәк. Комплекстың майҙаны – 4 мең квадрат метр, бөтә майҙанға экспозиция ҡуйыла, йәғни бина Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермәһе буласаҡ. Шулай уҡ ғилми лаборатория булдырыла, белгестәр мәмерйәне, 14-19 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйрәнәсәк. Комплексты төҙөүҙә сит ил белгестәре лә ҡатнаша, уларҙың барыһы ла мәмерйәне донъя кимәленә танытыу өҫтөндә эшләй.
‒ Был урын ғалимдарҙы, белгестәрҙе һәм, әлбиттә, туристарҙы Башҡортостанға йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ. Сөнки йүнәлеш ғилми яҡтан бик ҡыҙыҡлы. Яҡын киләсәктә амфитеатр төҙөкләндереләсәк, машиналар туҡталҡаһы төҙөләсәк. Мин өсөнсө тапҡыр Шүлгәнташҡа киләм һәм уны ҡараған һайын үҙемә ниндәйҙер яңылыҡ асам. Мине беренсе ҡаттағы һүрәттәр һоҡландыра. Дүрт йыл элек кенә ғалимдар дөйә һүрәтен тапты, уға 18-19 мең йәш. Мәмерйәлә боронғо тарих менән танышып, иҫ киткес тәьҫораттар менән сығаһың. Шуға күрә сит ил туристары һәм белгестәре бында ағылып торор тип өмөт итәм.
Читайте нас