Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2021, 11:50

Һәр ваҡыт “ҡиммәт” күрһәтеүсе алты һыҙат

Кейем дә күркәм булһын, йөҙ ҙә, кеше үҙе лә.Миллиардер эҙләүсе американкалар өсөн бер пособиела шундай һүҙҙәр бар икән: “...ҡырҡа хәрәкәт яһауҙан тыйылығыҙ, үтә шәп атламағыҙ, ҡабаланып-ҡарһаланмағыҙ”.

Кемделер эҙләйһегеҙме, юҡмы, әммә яҡшы манера, күркәм ҡиәфәт бер ҡасан да ҡамасауламаҫ.
Түбәндәгеләргә иғтибар итегеҙ (был күберәк ҡатын-ҡыҙға тәғәйенләп яҙылған):
Үҙ-үҙеңде тота белеү. Ысын гүзәл зат бер ҡасан да теләһә нимә һөйләмәй, һүгенмәй, тауышын күтәрмәй, тупаҫ һөйләшмәй. Әммә ул бигерәк яҡлауһыҙ, тип уйламағыҙ. Кәрәк ерҙә теле әсе генә була ала.
Һығылмалылыҡ. Леди матур атлай, кәүҙәһен төҙ тота. Тик артыҡ эре ҡыланмай. Йылмая, әммә хахылдап көлмәй.
“Аһ, тауышы!..” Ашыҡмай ғына һөйләй. Дикцияһы яҡшы, хәрефтәрҙе йотмай.
Ысын ирҙе ир итә белә. Йәғни, бар проблемаһын да үҙе хәл итерлек көслө ҡатын булһа ла, ҡаршыһында осраған ир-егеттән (йә танышынан, яҡынынан) ярҙамды ҡабул итә. Кәрәкмәһә, итәғәтле генә баш тарта. Итәғәтле кешегә – итәғәтле яуап.
Килешле кейем. Кәүҙәгә ярашлы ғына булған кейем матурайтып ебәрәсәк. Бында күлдәктең йә блузканың ҡиммәтле булыуы роль уйнамай. Бөхтә, кәрәкмәгән ерҙә үтә күренмәгән, үтекләнгән кейем ҡыйбат тойола ул.
Еңелсә макияж... Мода артынан ҡыуыу мөһим түгел. Таҙа сәстәр, уңайлы прическа, ҡараулы тырнаҡтар, ябай педикюр, һау тештәр – ошолар етә!
Читайте нас