Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2021, 04:38

Өфөләге насар еҫ ҡайҙан килә?

Баш ҡала халҡы зарын айҙан ашыу интернет селтәрендә белдерҙе.

Ниһайәт, уны ишетеүселәр табылып, республика Хөкүмәтендә был мәсьәлә брифинг үткәрелде. Өфө мэры Сергей Греков, насар еҫтең төп сәбәбе Яңы Черкассы биҫтәһендә сүп-сар полигонында янғын сығыуға бәйле, тип аңлата. Ҡала тирәһендәге предприятиеларҙа тикшереү үткән, тәртип боҙоу осраҡтары асыҡланмаған.

«Бөгөнгә янғын һүндерелгән. Ул ҡабат янып китмәһен өсөн саралар күрелә», – ти мэр.

Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, насар еҫкә бәйле хәбәрҙәр 25 майҙа уҡ килә башлаған. Бер ай эсендә идара 150-нән артыҡ мөрәжәғәт ҡабул иткән. Тимәк, химик еҫ Черкассылағы полигонда янғын сыҡҡансы уҡ барлыҡҡа килгән. Күрһәткестәрҙең рөхсәт ителгәндән күпкә артыҡ булыуына ҡарамаҫтан, белгестәр быны кешеләр өсөн хәүефһеҙ тип белдерә. Атмосфера һауаһы даими үлсәнә.

«Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эш төркөмө төҙөләсәк һәм был хәл уның контролендә буласаҡ. Республика халҡына был мәсьәлә буйынса мәғлүмәттәр еткереләсәк», – тип белдергән Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Һауалағы еҫтәргә бәйле мөрәжәғәттәр менән 112 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.

Читайте нас