Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2021, 09:45

Ҡарабойҙай кәтлите

Итһеҙ булһа ла, туҡлыҡлы кәтлит.

Һыуҙа бешкән ҡарабойҙайға иҙеп бешерелгән картуф ҡушырға. Һуғанды үҫемлек майында алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырға ла, шул массаға һалырға. Һуңынан ике йомортҡа һытып, бер аш ҡалағы он, тәменсә тоҙ, борос өҫтәргә. Әлеге ҡатнашманан кәтлиттәр әүәләргә һәм ике яғын да ҡыҙҙырырға.Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирергә.
Читайте нас