Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июнь 2021, 17:46

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Эльвира Ринат ҡыҙы Мөхәмәтғәли Исҡужин исемендәге 136-сы һанлы башҡорт лицейының һәм 159-сы белем биреү үҙәгенең сығарылыш кисәләрендә ҡатнашты.
– Бөгөн сығарылыш кисәләре бик йылы һәм тулҡынландырғыс. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе булараҡ, 136-сы һанлы башҡорт лицейы уҡыусыларының туған телдәге сығышын ҙур ҡыуаныс менән тыңланым. Ҡоролтайҙың иң төп бурыстарының береһе – туған телде һаҡлау, уны уҡытыуҙы республикала ғына түгел, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә лә ойоштороу. Һөҙөмтәләр һиҙелерлек – сығарылыш класс уҡыусылары туған телендә иркен аралаша, ата-бабаларының мираҫын, туған мәҙәниәтен хөрмәт итә. Ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беләм, улар бик тулҡынлана, үҙҙәренең сабыйҙарына ышана.

Ҡасандыр беҙ ҙә ирем менән өлкән ҡыҙыбыҙ Диана өсөн борсолдоҡ, ул медицинаны һайланы һәм яңылышманы. Хәҙер Әмилә ҡыҙыбыҙ һынау алдында. Балаларға терәк булыу бик мөһим. Башҡортостанда туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлек булдырылған. Әммә әле һаман борсолоп мөрәжәғәт итеүселәр осрай. Ата-әсәнең яҙма мөрәжәғәте буйынса мотлаҡ рәүештә балаға туған телдә белем бирелергә тейеш. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ата-әсәләр комитеты ярҙам күрһәтәсәк. Ҡоролтай янындағы башҡорт ата-әсәләр комиссиялары артҡандан-арта. Беҙҙең вәкилдәр республиканың һәр район-ҡалаһында, Пермь крайында, Силәбе, Свердловск, Һамар һәм башҡа өлкәләрҙә эшләй.
Быйыл Өфөнөң Октябрь районында 1125 уҡыусы белем усағын тамамлай. Улар араһында БДИ-ны дүрт 100 балға тапшырыусы.
Читайте нас