Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2021, 06:20

Яҡташыбыҙ авиаһәләкәттә һәләк булған

24 июндә Ленинград өлкәһендә Росгвардия вертолеты авиаһәләкәткә эләгә. Һөҙөмтәлә өс кеше үлә. Штурман ярҙамсыһы Рәмил Сөләймәнов сығышы менән Башҡортостандан була.

Вертолет уҡыу-күнекмә осошона сыҡҡанда бәләгә тарый. Росгвардияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экипаж һуңғы минутҡаса транспортты торлаҡ йорттарҙан ситкәрәк алып китергә тырыша. Улар ғүмерҙәре менән булһа ла ҙур фажиғәне кисектерә.
Мәрхүмдәрҙең яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Фото: Т. Аманов
Читайте нас