Атайым юғалды, тип полицияға мөрәжәғәт иткән бер ир. Атаһы ун көн юҡ икән. Велосипедта сығып киткән дә, ҡайтмаған. Телефонын да алмай...
Полиция 80 йәшлек ҡартты оҙаҡ эҙләгән. Өйөн, һарайын, эргә-тирәһен.
Ҡарт һәр ваҡыт улы менән һүҙгә килешкән булған. Улар бергә йәшәгән: ҡарт, элек хөкөм ителгән улы, уның “граждан” бисәһе. Тап ана шул ҡатын эштең ниҙә икәнен әйткән дә инде.
Ауылдан ике саҡрым тирәһе урманда табылған ҡарттың үле кәүҙәһе. Улы үлтергән...
Енәйәтсе үҙе һөйләүенсә, талашҡандар ҙа, ир атаһын йығып һалып быуған, кирбес менән башына тондорған. Теге ҡатын өйҙә йоҡлап ятҡан, шуға ла тауыштарҙы ишетмәгән. Улы иһә атаһының кәүҙәһен машинаға тейәп, урманға алып барып күмгән. Ҡатынына, йәнәһе, сүп ташларға барам, тигән. Ҡарт өйҙә оҙаҡ күренмәгәс, ҡатын шикләнгән, бер аҙ иренән һораштырғылаған, уныһының яуаптары “әлләғалайыраҡ” күренгәс, шиген полицияға әйткән...
Әле енәйәтсе ҡулға алынған. РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се бүлеге (“Убийство”) буйынса эш асылған.