- Тәбиғәттең насар көнө юҡ, шулай ҙа ул беҙгә ҡайһы берҙә “сюрприз” эшләй. Аномаль эҫенән алып көслө ел һәм ҡойма ямғырғаса. Уҙған дауыл иһә медицина учреждениеларына ярайһы ғына зыян килтерҙе. Стәрлетамаҡтағы ковид үҙәгенең ямғыр үткәргес торбаһын көслө ел йолҡоп ташлай һәм һыу бинаның коридорҙарына үтә. Бәхеткә күрә, бер палатаға ла һыу үтеп инмәй.
Шулай уҡ “Толпар” туберкулезға ҡаршы балалар санаторийының ҡыйығы оса, янындағы ағастар ҡолап, электр сымдарын өҙә һәм телефон бәйләнешенә зыян килтерә. Бәхеткә күрә, йәрәхәт алыусылар юҡ, медицина ойошмалары ғәҙәти эш режимында эшләй.