Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2021, 06:45

Документаль фильм уйға һалды...

Башҡортостандың баш ҡалаһына арналған “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” документаль фильмы экрандарға сыҡты. Кинотаҫмала тыл хеҙмәтсәндәре, уларҙың яҙмыштары, батырлыҡтары һүрәтләнә.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙҙы:
«В прошлом году Владимир Путин своим Указом присвоил Уфе почётное звание города трудовой доблести и славы. Это и стало отправной точкой для создания картины. Вскоре мы покажем его в кинотеатрах нашей республики, на наших телеканалах, в соцсетях. Посмотрите одну из пяти киноновелл фильма — про строительство бронепоездов в Уфе. Это было очень мощное оружие против врага. Всего в столице нашей республики построили четыре таких бронепоезда. Хорошего всем просмотра. А авторам — молодцы!»
Фильмды Ютубта ла ҡарарға мөмкин. Кемдәр ҡараған, улар киноның ихласлығын билдәләй, хәтирәләрҙе яңыртыуын әйтә.
«Был таҫма авторҙары беҙҙең кешеләрҙең ҡаһарманлығын күрһәтә алған. Мин үҙем 1947 йылда тыуғанмын һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы хәтерләйем, – ти фронтовик улы, ӨДНТУ президенты, Өфөнөң почетлы гражданы Айрат Шаммазов. – Атайым һуғышты Кенигсбергта тамамлаған. Әсәйем тылда эшләгән, фронт өсөн кейем теккәндәр. Фильмда беҙҙең Өфө нефть университеты тураһында ла һүҙ бар. Ул Мәскәү нефть вузы эвакуацияланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Был тарих минең ғаиләмә лә бәйле. Шуға ла күңелдең иң нескә ҡылдарына тейҙе...”
Айрат Шаммазов фекеренсә, Өфө “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен алыуға күптән лайыҡ ине. Был юлда уға ”Берҙәм Рәсәй” партияһы ныҡ ярҙам итте, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән бергә ҡала халҡынан ҡултамға йыйыуҙы ла ойошторҙо.
“Партия ағзалары һәм энтузиастар төркөмө был мәсьәлә менән йыл ярым шөғөлләнде. Күп архив тупланды. Ветерандар менән һөйләште. Материалдарҙы документтар менән дәлилләне”, – тигән Айрат Шаммазов.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас