Байрамды сауҙа суднолары, порттар эшселәре билдәләй.
Кенәз Константин Николаевичтың 1894 йылдың 19 авгусындағы бойороғо менән тельняшка Рәсәй моряктары формаһының бер өлөшөн тәшкил итә башлай.
Тикшеренеүҙәр буйынса, 1600 – 1800 йылдар арауығында цинганан миллионға яҡын моряк үлгән.
Ырым-ышаныуҙарға ярашлы, моряктар һуҡырлыҡтан һәм ревматизмдан һаҡланыу өсөн уң ҡолағында алҡа йөрөткән. Штормдары менән хәүефле булған Горн моронон (Утлы ер архипелагының иң сите, көньяғы) үткән диңгеҙселәр алтын алҡа таҡҡан, улар порттарҙа өҫтөнлөктәргә эйә булған.
Ҡайһы бер илдәрҙәге хөрәфәттәргә ышанһаң, баш осонда “малиновка” ҡошо күргән ҡыҙҙар морякка кейәүгә сыға.
Елкән флоты “сәскә атҡан” саҡтарҙа моряктар 500 самаһы “диңгеҙ төйөнө”н белгән.