Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2021, 04:20

Иҫке батарейкаларығыҙ булһа...

Өфөлә "Батарейкалар йыйыу аҙналығы" акцияһы башланды. 28 июнгә тиклем үҙегеҙ теләгән ваҡытта (хатта төндә лә) килтереп тапшырырға мөмкин.

Был сара "Экология" милли проектының "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү" федераль проектына ярашлы ойошторола. Ҡуйылған маҡсат буйынса 2024 йылға барлыҡ ҡалдыҡтың кәм тигәндә 30 проценты эшкәртеүгә ебәрелергә тейеш.
Тотонолған батарейкаларҙы йыйыуҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, "Дюраселл Раша" компанияһы, "Мегаполисресурс" йәмғиәте, "Лента" сауҙа селтәре бергә ойоштора.
Иҫке батарейкаларығыҙҙы "Лента" гипермаркетында булдырылған ҡабул итеү пунктына тапшырырға мөмкин. Адресы: Бельская, 70.
Ә 25-енә тиклем 15.00 - 18.00 сәғәт арауығында ҡалдыҡтарҙы үлсәп ҡабул итәләр. Кем күберәк тапшыра, шул приз ала.
Йыйылған элементтар Силәбе һәм Ярославль ҡалаларындағы эшкәртеү заводтарына ебәреләсәк.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас