Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2021, 12:20

Бала табыу йортонда йөклө ҡатын үлгән

Шишмә районынан булған 22 йәшлек ҡатын Өфөнөң 4-се балалар табыу йортонда һәләк булған. Үлем сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.

Мәрхүм Лилиә Әйүпованың әсәһе әйтеүенсә, ҡыҙының 18-се аҙнала көслө токсикозы башлана. Уға УЗИ яһайҙар һәм сабыйҙың үле булыуын асыҡлайҙар. Бынан һуң Лилиәне дауаханаға һалалар.
Иртән ҡыҙымды төшөмдә күрҙем: ул ҡысҡыра, мине саҡыра. Күңелем яна, үҙемә урын таба алмайым, – тип һөйләй әсә кеше.

Буласаҡ атайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар бала табыуҙы планлаштырған, тикшереүҙәр үткән. Ни өсөн ҡатын йөклөлөктөң 18-се аҙнаһында үлгән – табиптар был һорауға яуап бирә алмай. Әле был эш буйынса тимкшереү эше башланған.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас